«БАШвестЪ» - Башҡортостан Республикаһының тәүге интернет-гәзите

Перейти на сайт:

http://bash.bashvest.ru

  • Скриншот сайта


Һеҙҙең иғтибарға Башҡортостандың тәүге «БАШвестЪ» ижтимағи-сәйәси электрон гәзите сайтының башҡортса версияһын тәҡдим итәбеҙ. Бына ете йылға яҡын «БАШвестЪ» үҙенең уҡыусыларына рус, башҡорт, инглиз телдәрендә ҡыҙыҡлы, файҙалы һәм көнүҙәк яҙмалар тәҡдим итә. Ошо йылдар дауамында башҡорт сайты әүҙем камиллашты, материалдар, фотоиллюстрациялар менән тулыланды, дизайнын үҙгәртте, яңы уҡыусылар тапты. Бөгөн ул сағыу, тиҙ үҙгәреүсән һәм заманса ресурс, һәм көн һайын, оператив режимда, юзерҙарға Өфө һәм бар Башҡортостан тормошо хаҡында яңылыҡтар, уҡыусыларҙы борсоған темаларға аналитик материалдар еткерә.
Сайттың дөйөм концепцияһы мөмкин булған аудиторияны күҙаллап, уның ҡыҙыҡһыныуҙарынан сығып төҙөлгән.
Иң элек беҙҙең сайт йәштәргә – юғары класс уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорто студенттарына йүнәлтелгән. Һан буйынса икенсе төркөм - интеллектуаль элита һәм предприятиеларҙың аҡыл хеҙмәте вәкилдәре. Ике төркөмдө лә донъяла, илдә, төбәктә барған социаль–иҡтисади һәм сәйәси процестарға ҡыҙыҡһыныу берләштерә. Әммә беренселәре, билдәле булыуынса, интернетты аралашыу, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алыу өсөн файҙалана, икенселәр – эш һәм эшкә бәйле контакттар табыу маҡсатында. Шуға күрә "БАШвест"та етди сәйәси аналитика һәм социаль-иҡтисади темалар менән бергә, "Туризм һәм ял”, "Йондоҙҙар порталы”, «БАШвестЪ-йәш» рубрикаларында урын алған күңелгә ял бирерлек мауыҡтырғыс мәғлүмәттәр ҙә етәрлек. Йәнә бер тапҡыр йәш быуын тураһында. www.bash.bashvest.ru сайты йәштәрҙең иң популяр социаль селтәрҙәренең береһендә ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса төркөмдәрҙең файҙалы һылтанмаларында урынлаштырылған. Беҙҙе заман менән бергә атлағандар уҡый, һәм беҙҙең замандан артта ҡалырға хоҡуғыбыҙ юҡ.
Ә һеҙ кем менән?


Переходов: 796 | Добавил: Raimov_I
Смотрите также:

    Похожие материалы

ОТЗЫВЫ
Оставить отзыв
avatar