Сайт радиостанции "Юлдаш"

Перейти на сайт:

http://www.uldashfm.ru

  • Скриншот сайта


Башҡортостан радиоһы «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының сайты аша юлдаштарыбыҙ менән эфир тулҡындарында ғына түгел, Интернет селтәрендә лә осрашыу мөмкинлеге бар.
Сайтта тематика буйынса бүленгән көндәлек рубрикалар, тапшырыуҙар, радиоуйындар, конкурстар, әңгәмәләр, осрашыуҙарҙан торған тапшырыуҙар даими яңыртылып тора. Өҫтөнлөгө шунда: яратҡан тапшырыуҙарға яңынан әйләнеп ҡайтып, теләгән ваҡытта тыңларға мөмкинлек бар.
,,Юлдаш,, – йыр-моң һөйөүселәр өсөн генә түгел, шулай уҡ тотош республиканың ижтимағи-сәйәси, мәҙәни тормошо, иҡтисади һәм социаль мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн дә алыштырғыһыҙ мәғлүмәт сығанағы. Сайт ҡулланыусылары беренселәрҙән булып төрлө төбәктәрҙәге яңылыҡтар менән таныша, теге йәки был һорауҙар буйынса етди аңлатмалар ала, белгес фекерен тыңлай. Тапшырыуҙарҙа күтәрелгән темалар тормоштоң һәр яғын яҡтыртыуға йүнәлтелгән. Тыңлаусыларҙың йәш арауығын иғтибарға алып, беҙҙең сайтта (,,Юлдаш,, NEW) йәштәрсә музыкаль композициялар ҙа, радионың фондында һаҡланған йыр-моң да даими яңғырай.
Сайттағы ҡулланыусылар менән кире бәйләнеш булдырылған. Беҙҙең өсөн тыңлаусыларыбыҙҙың фекере үтә мөһим. Шуны иҫәптә тотоп, сайтта төрлө темаларға тауыш биреүҙәр ойошторола. Шулай уҡ www.uldashҒm.ru сайтында радио тураһында мәғлүмәт, элемтә, беҙҙең йышлыҡтар, тапшырыуҙар теҙмәһе, һауа торошо, валюта курсы, канал тарафынан ойошторолған акциялар барышы, республика, ил, донъялағы һуңғы хәбәрҙәр менән танышырға мөмкин. Киң мәғлүмәт саралары араһында радио иң оператив сара булараҡ, уның төп маҡсаты, тәү сиратта, тыңлаусыларға ышаныслы һәм объектив мәғлүмәт еткереү. Сайт та шундай уҡ принципҡа таянып эшләй.
«Юлдаш» сайты киләсәккә яңы маҡсаттар алып, ышаныслы үҫеш юлын дауам итә. «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының сайты – ул интернеттағы бер бит кенә түгел, ә кәңәш биреүсе, таныштырыусы, ярҙам итеүсе лә.


Переходов: 1327 | Добавил: Raimov_I
Смотрите также:

    Похожие материалы

ОТЗЫВЫ
    avatar
    1
    Һаумыһығыҙ, Юлдаш каналы.
    Һеҙгә Әлшәй районынан Әхмәтов Яҡуп яҙа. Мин игеҙәк малай менән ҡыҙға исем тәҡдим итәм. Малайға - Ислам, ҡыҙға - Гүзәл.
Оставить отзыв
avatar