Сабантуй Башкирского Портала в Бурзянском районе! Приглашаем всех!

26.06.2009 в 15:54 | Афиша | 4961 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Первый рисунок

СабантуйМесто проведения Сабантуя - Фестиваля Башкирского Портала, форума и чата - д.Атиково, Бурзянского района.
Время проведения Сабантуя - 26 июня. Сбор возле д.Атиково, до 13.00


Сара-һабантуйҙын үтҡәрелеү урыны - Бөрйән районынын Әтик ауылы. Иҫке Собханғол ауылынан 22 км. Баймаҡҡа (Темәсҡә) барған юлдан боролоп инәһең. Юлдар яҡшы.
Әтик ауылы иҫ китмәле хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Тирә-яғы ҡуйы урман менән ҡапланған тау-ҡаялар менән уратып алынған. Шишмә һыуы кеүек таҙа, бәрҙеле Ҡана йылғаһы аға.
Әтик ауылы хәҡимиәте башлығы Әбүбәкиров Нуретдин ағай менән һөйләшеп, кәңәшләшкәндән һуң, ауыл менән танышып сыҡтыҡ. Ауылда бөтәһе 153 өй-хужалыҡ иҫәпләнә. Тырыш, ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй. Күпләп мал, йылҡы көтәләр, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнәләр, урман хужалығында эшләйҙәр. Дүрт шәхси пилорама бар, дүрт магазин. Мәктәп урта белемле (78 бала). 10 бала тәрбиәләп үҫтергән
ике Герой-әсә, Әсәлек Даны миҙалы менән бүләкләнгән ике әсә йәшәй.

Үтҡәрелеү ваҡыты: 26,27,28 июнь (кәңәш ҡорабыҙ). 27 июнь Әтик ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтә. Башҡорт форумдарынын ҡатнашыуын теләп ҡабул иттеләр. Бөрйән район хәҡимиәте лә ыңғай ҡарашта.

Тәҡдим ошолай: 26 июнь төштән дә ҡалмай Әтикҡә килеп етәргә. Тирмә-палаткаларҙы ҡороп, йыуынып-таҙарынып, тамаҡ ялғап алғас, урындағы ойоштороу комитете менән берлектә кәңәшләшеп буласаҡ саралар планын раҫлайбыҙ. Мәктәп коллективы-уҡыусылар менән, клубта йәштәр менән осрашыуҙар үтҡәрербеҙ. (темалар тәҡдим итегеҙ!) Иртәгәһенә, йыйынды асыу тантанаһында ҡатнашыу, спорт уйындарында һыр бирмәйбеҙ!
Йылға буйына поход мунсаһы эшләргә була.
Мөһим бурыс: Алдар батыр һәм уның көрәштәштәренең бөгөлмәҫ рухтарына, Аллаһа Тәғәлә ризалығы өсөн ҡорбан салып, аяттар уҡып, бағышларбыҙ.

Хөрмәтле милләттәш!
Әгәр тамырҙарында әҙ генә булһа ла рухлы башҡорт ҡаны аҡһа, һине ҡатнашырға саҡырабыҙ был сараға. Был ерҙҙәргә һинең дә ырыуындын етәкселәре, батырҙары килеп, Алдар батыр менән йыйын-кәңәш ҡорғандар. Башҡорт иле-ере өсөн, халҡыбыҙ өсөн, динебеҙ өсөн мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгән.
Ил-халыҡ Батыры булыуы Алдар Иҫәкәй улына еңел булмағандыр. Халҡын уйлап, башҡорттоң киләсәген уйлап, йоҡоһоҙ төндәре әҙ булмағандыр.
Башҡорт иле-ере, халҡы, дине өсөн йәнен-тәнен аямаған, малын йәлләмәгән, яуҙарҙа батырҙарса һәләк булған, һөргөндәрҙә ғазап сиҡҡән, таш зиндандарҙа язалап үлтерелгән ата-бабаларыбыҙҙы оноторға һис тә хоҡуғыбыҙ юҡ!

Хөрмәтле дуҫтар! Һабантуйға күп ваҡыт ҡалманы. Тәүге әҙерләнеү мәшәҡәттәре артта ҡалды инде. Арҙаҡлы батырыбыҙ, ил уҙаманы Алдар Иҫәкәев тураһында һуҙҙе һабантуйға ҡалдырып, ҡалған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшә башларға ваҡыт.
Башҡорт Порталының Темәс филиалы ағзалары, кәңәш итешҡәндән һуң, был сараның тарихи урында үтәсәген, данлыҡлы шәхесебеҙгә ихтирамыбыҙҙы белдереп, шанлы һәм данлы тормошоның онотола барған ваҡиғаларына ихтибар итеүҙе күтәреп сығып, Башҡорт Порталы ағзаларынынан тыш төрлө ҡунаҡтарҙын ҡатнашыуын иҫәпҡә алып, юбилей йылында үтәсәк сараны – Башҡорт Порталы Фестивале тип атарға тәҡдим индерәбеҙ.
Рөхсәт итһәгеҙ, былтырғы һымаҡ, аҙыҡ-түлек, һарыҡтар, ҡымыҙ, һ.б. иҫәп-хисап менән беҙ алырбыҙ. Аҡса йыйып, төйнәнә башлар кәрәк. Суммаһына килгәндә тәҡдим былай: студенттарға – 300, ҡалғандарға 700 һумдан.
Бер үтенес, юҡ-бар яҙып тел сарлап ултырмайыҡ, зинһар. Һәр бер тоҙһоҙ һүҙгә яуап яҙып ултырырға теләк тә, ваҡыт та юҡ. Онотмайыҡ, был осрашыуҙың нисек үтеүе - минән, һинән - беҙҙәң тора. Бына, кәүҙәмде алып килдем, күрһәтегеҙ, алып йөрөғөҙ, ашатығыҙ-эсерегеҙ, тигән теләктәр хупланмай! Бөтә сараларҙа, эштәрҙә, ярыштарҙа әүҙем ҡатнашыуығыҙ һорала. Мөмкин булһа, балаларығыҙҙы алып килегеҙ, танышып, ҡатнашып үҫһендәр.
Ниндәй уй-теләк, тәҡдим бар, яҙығыҙ.

(IMG:http://www.yeshlek.ru/images/logo.png)

Обьявляется конкурс по выбору места и формата проведению всебашкирского фестиваля "Сабантуй Башкирского портала"!

Время проведения - примерная дата - 12-14 июня или 18-20 июня 2009 года.

Место проведения: Республика Башкортостан. Желательно не очень далеко от Уфы(не критично) и подьездные пути от трассы к месту проведения. Добропорядочное местное население. Предпочтение отдается тем, кто к проведению фестиваля привлечет местное население, местные орагнизации, администрацию(школу, сельскую администрацию, другие предприятия.).

Место для расположения лагеря: В лагере будут располагатся палатки, юрты. Необходимо учитывать место для проведения спортивных и културных мероприятий. Желательно близость водоема(для питьевых надобностей и для купания).

Местность должна быть красивой, очень важное значение имеет историческое значение местности.

Ждем ваших предложений!
После всеобщего анализа и обдумываний пригласим всех чатовцев и тех, кто сочуствует , присоединится к нам. И будем сообща готовить мероприятие.
Срок подачи - до 15 мая

Приз - баран(овца - һарыҡ)!

http://bashforum.net/

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 4
avatar
4
Где фото?!
avatar
3
Ждем фотоотчета
avatar
2
Мои эмоции непоколебимы, супер.
avatar
1
Обязательно пришлите фотографии!
avatar