28-29 ноября 19.00 Республиканский молодежный фестиваль башкирской эстрады «Йэшлек-шоу» - г. УФА

27.11.2009 в 13:38 | Афиша | 2436 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ


28-29 ноябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында "Йәшлек-шоу – 2009” республика йәштәре йыр-моң фестивале үтә. Ойоштороусылары – БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, "Башҡортостан” телерадиокомпанияһы, Башҡорт йәштәре иттифағы.

Респбулика йыр-моң фестивале йәш талантлы йәштәрҙе асыу, уларға эстрадаға юл ярыу маҡсатында ойошторола. Был сара беренсе тапҡыр 1991 йылда үткәрелә. Тәүге йылдарҙа уҡ ҙур популярлыҡ яулаған фестиваль бик күп йырсыларҙы танытты ла инде.

"Йәшлек-шоу” фестивалендә билдәле йырсылар менән бер рәттән йәш башҡарыусылар ҙа сәхнәгә сығасаҡ. Беренсе көн – һайлап алыу туры, икенсе көн – Гала-концерт.

Быйылғы "Йәшлек-шоу”ҙа Фәнис Солтанғолов, Cәғиҙулла Байегет, Марсель Ҡотоев, Рөстәм Шаһбалов, Заһир Иҫәнсурин, Рәдиф Бохарбаев, МС Баш, Радик Юлъяҡшин, Рәил Өмөтбаев, Гөлнур Ҡарабулатова, Анжелика һәм башҡа йәш йондоҙҙар ҡатнаша.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar