9 августан республикала күләмле акция башлана | Новости Башкортостана

9 августан республикала күләмле акция башлана

05.08.2018 в 10:59 \\ Общество \\ 551
  • Первый рисунок

“Цифраны тоҡандыр” тип аталған сараны “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙар селтәре менә берлектә үткәрә. Уның сиктәрендә беҙҙең телеканалдың коллективы республиканың төрлө райондарына барып, урындағы халыҡтың мультиплексҡа күсеү шатлығын уртаҡлашып, ҙур байрам ойоштора. Телевидениены заманса һәм сифатлы итеү – илдә цифраға күсеү тамамланыуға бара. Башҡортостанға килгәндә, республикабыҙҙың 95 проценты цифралы сигнал менән тәьмин ителә. Быға тиклем күптәр 2-3 канал ҡараһа, йыл аҙағында һәр кемдең юғары сифатта 20 каналды бушлай ҡарау мөмкинлеге буласаҡ. Өфөләге телеүҙәктән сағыу һүрәт, сифатлы тауыш республикала йәшәүселәрҙең һәр йортона трансляциялана. Был төбәктең төрлө райондарында урынлаштырылған цифралы сигналды тапшырыусы телевышкалар һәм ҡабул итеүсе приставкалар ярҙамында ойошторола. Уның эшләү тәртибе, ғөмүмән был социаль проект менән таныштырыу йәһәтенән Башҡортостанда “Цифраны тоҡандыр” акцияһы башлана. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙар селтәре менә берлектә ойошторған акцияға һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн ни бары сара үткәрелгән район үҙәгенә килеп, конкурстарҙа, викториналарҙа әүҙем ҡатнашырға ғына кәрәк. Акция 9 августа Дыуан районы үҙәге Мәсәғүттә старт ала. Артабан: 24 август — Ҡырғыҙ-Миәкә, 1 сентябрь — Стәрлетамаҡ, 14-е Баймаҡ, 28-е Учалы, 12 октябрь — Үрге Тәтешле. Һәр майҙансыҡта эфир һәм сәхнә йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ. Улар Рәсәй теле- һәм радио тапшырыуҙар селтәре хеҙмәткәрҙәре менән бергә мультиплекс ҡоролмаларының нисек эшләүен күрһәтеп, цифраның нимә икәнен аңлатып, уның әһәмиәте тураһында һөйләр. Сөнки федераль программаға ярашлы, илдең һәр төбәгендә йәшәүселәр түләүһеҙ цифралы телевидение менән тәьмин ителһен өсөн ҙур эш башҡарылған. Беҙҙең республикала ғына 200-ҙән ашыу телевышка төҙөлөп, ҡулланыуға тапшырылды. Беренсе һәм икенсе мультиплексҡа 20 федераль канал, уларҙың төбәктәге филиалдары инә. Әйтергә кәрәк, “Рәсәй-Башҡортостан” каналы тәүгеләрҙән булып цифралы форматта эшләй башланы. Шул иҫәптән, “Рәсәй-Башҡортостан”, “Хәбәрҙәр ФМ” һәм “Маяк” радиолары ла. Ошо теле һәм радиоканалдарҙың билдәле дикторҙары менән “Цифраны тоҡандыр” акцияһы барышында яҡындан аралашыу мөмкинлеге буласаҡ. Сараға килмәй ҡалма, төп приз – телевизор бәлки һиңә эләгер.

Похожие материалы:
Фотографии
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Фильм! Фильм! Фильм!
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2018 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter