Ағиҙел йылғаһы аша тағы ла бер күпергә емерелеү хәүефе янай | Новости Башкортостана

Ағиҙел йылғаһы аша тағы ла бер күпергә емерелеү хәүефе янай

05.08.2018 в 10:35 \\ Общество \\ 366
  • Первый рисунок

Был юлы Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындағы Өфө-Белорет-Магнитогорск трассаһында. Күперҙең ҡап уртаһында үтәнән-үтә тишек барлыҡҡа килгән. Унда асфальт менән бергә бетон япмаһы ла ҡубып төшкән. Ғүмерҙәренә ҡурҡыныс янаһа ла, урындағы халыҡҡа ауыл менән ҡаланы бәйләүсе берҙән-бер юл аша йөрөргә тура килә. Күпер ҡасан яңыртылыр? Был соҡор эргәһенән көн һайын йөҙләгән автомобиль үтә, араларында таш тейәгән тонналы йөк машиналары ла бар. Юлда ғына булһа кешеләргә ул хәтлем хәүеф янамаҫ ине, әммә үтәнән-үтә күренеп торған тишек күперҙә – Ағиҙел йылғаһы өҫтөндә барлыҡҡа килгән. Проблема тураһында водителдәр хәбарҙар. Тик был ҡала менән ауылдарҙы тоташтырыусы берҙәр-бер күпер. Өфө-Белорет-Магнитогорск трассаһының мөһим өлөшө.Күпер бөтөнләй емерелә ҡалһа, Стәрлетамаҡҡа эләгер өсөн урындағы халыҡҡа Ишембай аша урап йөрөргә тура киләсәк. Ә был тағы ла өҫтәмә 40 километр тигән һүҙ. Ваҡытлыса ҡыйынлыҡтарҙы кешеләр түҙеп торорға ла әҙер. Тик күпер генә яңартылһын.Ысынлап та, үткән быуаттың 70-се йылдарында барлыҡҡа килгән күпер ныҡ таушалған. Махсус комиссия 12 йыл элек уны тикшереп, капиталь ремонтҡа мохтаж икәнен асыҡлаһа ла, реконструкцияға тиклем барып етмәй. Тик асфалть япмаһын ғына алыштыралар.40 йылдан ашыу элек төҙөлгән күпер бер тапҡыр ҙа ремонт күрмәгән. Шуға ла төҙөкләндереү эштәре уның буйынан буйына талап ителә. Ә әле емерелгән урыны йылғаның ҡап уртаһына тура килеүе өҫтәмә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра, ти белгестәр. Әле ҡала хакимиәтендә күперҙе ремонтлаясаҡ подрядсы ойошма эҙләйҙәр. Барлыҡ эштәргә айҙан ашыу ваҡыт китеүе ихтимал.Әммә бөгөн күперҙә һаман да светофор ҙа, бер ниндәй сикләүҙәр ҙә юҡ, тип хәбәр итте урындағы халыҡ. Әлегә йөк машиналары унда йөрөүен дауам итә. Көйләүсе сфетофор булмағас, ҡаршылыҡты урап үтеү өсөн водителдәргә ҡаршы юлға сығырға тура килә. Һөҙөмтәлә, тығындар барлыҡҡа килә. Ә туҡтап торған транспорт күпергә өҫтәмә ауырлыҡ килтерә. Тиҙ арала кәрәкле саралар күрелмәһә, асфальттың тағы ла нығыраҡ ярылып, ярыҡтың ҙурайыуы күперҙең бөтөнләй емерелеүенә килтереүе ихтимал.

Похожие материалы:
Фотографии
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Фильм! Фильм! Фильм!
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2018 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter