Һарыҡсылыҡ кооперативы эшләй башланы

20.10.2018 в 14:34 \\ Экономика \\ 830
  • Первый рисунок

Башҡортостанда һарыҡсылыҡ кооперацияһы барлыҡҡа килде. Ауыл хужалығы кооперативы Ейәнсура районында булдырылды. Бында һарыҡ үрсетеү һәм йөндө эшкәртеү менән шөғөлләнәләр. Бөгөнгә республикала йылына 2 мең тонна һарыҡ йөнө етештерелә. Уның байтаҡ өлөшө шәхси ярҙамсыл хужалыҡтарға тура килә. Урал аръяғы тәбиғәте һәм климатын иҫәпкә алғанда, төбәктә һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар бар. Яңы барлыҡҡа килгән кооперавтив Башҡортостанда ғына түгел, ә күрше Ырымбур һәм Силәбе өлкәләрендә лә һарыҡ йөнөн эшкәреү мәсьәләһен хәл итергә ниәтләй.

Похожие материалы: