Атамаһы ғына татлы

15.11.2018 в 02:42 \\ Здоровье \\ 158
  • Первый рисунок

Ул йәше-ҡарты һәм бөтә илдәр өсөн көнүҙәк булып ҡала. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы уны XXI быуат эпидемияһы, тип билдәләгән. Һүҙ – шәкәр диабеты тураһында. Бөгөн уға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә.

Эндокринолог Гөлзифа Әбүшахманова: "Шәкәр ауырыуы шуныһы менән хәүефле - ул бер ниндәй симптомһыҙ башлана. Шул сәбәпле диагностика саҡ ҡына һуңлауы ла мөмкин. Әммә уны ауыҙ кибеүе, иртән йоҡонан тороу менән йәки төн уртаһында һыуһап һыу эсергә йүгереү, иртән сәй эскәс, төшкө ашҡа тиклем түҙә алмау кеүек симптомдар аша белергә һәм ваҡытты һуҙмай, шунда уҡ табипҡа күренергә кәрәк."

Донъяла 360 миллиондан ашыу кеше шәкәр диабеты менән ауырый. 300 миллион кешенең был сиргә дусар булыуы ихтимал, ти белгестәр.

Похожие материалы: