Атта ла, тәртәлә лә. Йәки йәйәүлеләр изге йән эйәһеме?

30.11.2017 в 00:45 | Общество | 708 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Атта ла, тәртәлә лә. Йәки йәйәүлеләр изге йән эйәһеме?

Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы профилактик операция башланы. Ул “Йәйәүле” тип атала. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған аҙнала ғына водителдәр 36 йәйәүлене бәрҙергән йәки тапатҡан, аварияла 9 кешенең ғүмере өҙөлгән. Йыл башынан иһә йәйәүлеләр ҡатнашлығында 1 мең 200 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 130-лап кеше яҡты донья менән хушлашҡан, 1 мең 100-ҙән ашыуы йәрәхәтләнгән. Юл полицияһы йәйәүлеләргә лә иғтибарлыраҡ булырға саҡыра. Төнгө ваҡытта ҡала ситендә кейемгә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар йәбештерергә, юлды рөхсәт ителгән урында ғына сығырға кәңәш итә.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar