Бөгөн – Халыҡ-ара туған телдәр көнө

21.02.2017 в 23:29 | Общество | 707 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Первый рисунок

Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО ошо датаны булдырҙы. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда әле, донъя халыҡтары 6 меңгә яҡын телдә аралаша. Шул уҡ ваҡытта уларҙың һәр икенсеһе тиерлек онотола бара. Белгестәр иҫәпләп сығарыуынса, 100 меңдән аҙыраҡ кеше аралашҡан тел юҡҡа сығыуға дусар була бара. 5 йыл элек ЮНЕСКО Рәсәйҙәге 136 телде юғалыу хәүефе аҫтында тип иғлан итте.
Рәсәйҙә 180 милләт вәкиле йәшәй. Күп һанлыларына килгәндә, рустар - 110 миллиондан ашыу, татарҙар - 5 миллион 300 мең, украиндар 2 миллиондан аҙыраҡ, башҡорттар 1 миллион 600 мең самаһы, сыуаш һәм чечендар - 1 миллион 400-әр мең тирәһе. Башҡаларҙың һаны миллиондан кәм.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar