Баҡсала, урманда талпандан һаҡ бул

13.06.2017 в 17:37 | Здоровье | 979 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Первый рисунок

Башҡортостанда 5 меңдән ашыу кеше талпан ҡаҙалып медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Был һан уҙған йылдың ошо осоронда теркәлгәндән бер ни тиклем аҙыраҡ, тип хәбәр итәләр, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең республика идаралығынан. Талпандар лабораторияларҙа тикшерелә, әлегә Башҡортостанда хәүефле инфекция йоҡтороусылар теркәлмәгән. Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең вирусологик тикшеренеүҙәр лабораторияһы етәксеһе Шамил Ибраһимов әйтеүенсә, талпан күп булған урындарҙа энцефалит йоҡтороу хәүефе лә күпкә юғары. Башҡортостанда талпандар Өфөнән тыш, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский һәм Нефтекама лабораторияларында тикшерелә.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar