Башҡортостан аграрийҙары ураҡҡа әҙер | Новости Башкортостана

Башҡортостан аграрийҙары ураҡҡа әҙер

09.07.2018 в 17:18 \\ Экономика \\ 191
  • Первый рисунок

Бөгөн Республика Хөкүмәтендә премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә кәңәшә булды. Унда вице-премьер - Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сығыш яһаны. Республика хужалыҡтарында комбайндар әҙерлеге 87 процентҡа баһалана. Быйыл 50 яңы комбайн алынған, күптән түгел йәнә 60 берәмек техника ҡайтарыуға килешеү төҙөлгән. Шуға аграрийҙар ураҡты яҡшы әҙерлек менән башлай. Иген һаҡлау өсөн дә урын етәрлек, тине Илшат Фәзрахманов. Малдарҙы ҡышлатыу өсөн иһә һәр береһенә кәмендә 30 центнер аҙыҡ талап ителә. Ошоно иҫәпкә алғанда, быйыл 750 мең тонна бесән, 1 миллион 700 мең тонна сенаж, йәнә шул сама силос һәм 700 мең тонна фураж әҙерләргә кәрәк, тип белдерелде, бөгөнгө кәңәшмәлә.

Похожие материалы:
Фотографии
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Фильм! Фильм! Фильм!
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2018 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter