Башҡортостан егеттәренең күбеһе Көнсығыш хәрби округында хеҙмәт бурысын үтәй

13.04.2018 в 18:47 \\ Общество \\ 819
  • Первый рисунок

Башҡортостан егеттәренең күбеһе — 1500 кеше Көнсығыш хәрби округында хеҙмәт бурысын үтәй. Республиканың хәрби комиссары Игорь Харченко «Интерфакс» агентлығында яҙғы саҡырылышҡа арналған матбуғат конференцияһында ошо хаҡта һөйләне.

Башҡортостандан 1200-ҙән ашыу егет — Үҙәк хәрби округына, 900-гә яҡын кеше Көнбайыш округына оҙатыла. 200-ҙән ашыу һалдатты —Көньяҡ округында, тағы ла 100 кешене Төньяҡ флотта көтәләр. Яҙғы саҡырылышта Ҡораллы Көстәрҙе Башҡортостандан биш меңдән ашыу егет тулыландыра.

Хәрби комиссариатта белдереүҙәренсә, Һауа-йыһан көстәренә — 200, Һауа десанты ғәскәрҙәренә — 140, Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренә 170 кеше алына.

Тәүге кампания 25 апрелдә башлана.

Похожие материалы: