Башҡортостанда йәш ғалимдар миллионер була ала

19.10.2018 в 20:11 \\ Наука \\ 1748
  • Первый рисунок

Радий Хәбиров Республика гранттары тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Фәндәр Академияһы йәш ғалимдар араһында фәнни проекттарға конкурс иғлан итә. Йыл һайын 1 миллион һумлыҡ 30 грант тапшырыла.



"Был һөҙөмтәле сара", - тип иҫәпләй филология фәндәре докторы, профессор Фәнил Күзбәков. "Бындай гранттар ни тиклем күберәк, шул тиклем һәйбәт була. Йәштәрҙең грант юллау буйынса әүҙемлеге бик файҙалы. Быны хуплар кәрәк", - тине Фәнил Күзбәков.



“Фән һөҙөмтә килтерергә тейеш”, - тигән ҡарашта Башҡорт дәүләт медицина университетының микробиология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Марсель Тойғонов.



"Фән менән төплө шөғөлләнеү өсөн аҡса кәрәк. Гранттар ярҙамында тәжрибәләр үткәрергә, фәнни тикшеренеүҙәрҙе ғәмәлдә күрергә була" - тине Марсель Тойғонов.



Рәсәйҙә 39 йәшкә тиклемге ғалимдар һаны артҡан. Ҡайһы бер белгестәр илдәге фән үҫешендә “Алтын осор” башланды тип иҫәпләй.

Похожие материалы: