Башҡортостанда талпандар ҡасан уяна – Һаулыҡ һаҡлау министрлығы комментарийы

13.04.2018 в 18:51 \\ Здоровье \\ 1139
  • Первый рисунок

Башҡортостанда медиктар талпандарҙың әүҙемләшкән осорон атаны. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, тупраҡ 5-7 градусҡа тиклем йылынһа, талпандар әүҙемләшә башлай. Талпан ҡаҙалыу осраҡтарының күбеһе – май-июнь айҙарына, һуңынан авгусҡа, сентябрь башына тура килә.

Белгестәр фекеренсә, талпан энцефалиты һәм талпан боррелиозы (Лайм сире) республика шарттарында иң йыш күҙәтелгән һәм хәүефле инфекциялар булып тора. Сирҙәрҙе ҡуҙғытыусылар кешегә нигеҙҙә вирус менән зарарланған талпан аша күсә. Шулай уҡ вирусты ҡайнатылмаған кәзә һөтө аша ла эләктерергә мөмкин. Шуға күрә талпан энцефалиты теркәлгән биләмәләрҙә һөттө ҡайнатып эсергә кәрәк.

Шуны белеү зарур: талпандар айырыуса урман һуҡмаҡтарында күп. Уларҙы хайуандарҙың һәм кешеләрҙең еҫе йәлеп итә. Кеше талпандың тешләүен һиҙмәй, сөнки ул ауырттырмай. Ләкин күпмелер ваҡыттан һуң ҡаҙалған урын шешә, был талпанды табырға һәм алып ташларға мөмкинлек бирә. Инкубация ваҡыты 7-14 көн дауам итә.

Талпан энцефалитының тәүге билдәләре:

— ҡапыл башлана;

— ҡалтырата, тән температураһы 38-39 градусҡа тиклем күтәрелә;

— ныҡ итеп баш ауырта;

— тән ауырта, хәлһеҙлек, уҡшыта;

— бит, күҙ ҡыҙара;

— сир башланғандан алып 3-5 көн үткәс нервы системаһының ҡаҡшауы мөмкин: көҙән йыйырыу, һаташыу, аяҡтарҙа хәлһеҙлек күҙәтелә.

Талпан энцефалитының эҙемтәләре төрлөсә: һауығырға ла була, инвалид булып ҡалыу йә үлеү хәүефе лә ҙур. Ҡайһы берҙә талпан тешләгән урын бер аҙ ҡыҙарып тора, һуңынан ул ҙурая, диаметры ун сантиметрға етеүе мөмкин. Был талпан боррелиозы менән зарарланыу тигән һүҙ.

Сирҙең ошо билдәләре беленеү менән шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Похожие материалы: