БДИ-ның төп өлөшө аҙағына яҡынлаша

13.06.2017 в 17:25 | Общество | 824 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Первый рисунок

Уҡыусылар бөгөн биология, сит телдәрҙән һынау тотто. 15 һәм 16 июндә лә сит телдәр буйынса имтихандар буласаҡ, 19-ында химия менән тарихтан тапшыралар. Артабан резерв көндәр башлана. 20 июндән 1 июлгә тиклем теге йәки был фәндән ҡабаттан тапшырырға мөмкин. Берҙәм дәүләт имтихандарындағы балдар аттестатҡа индерелмәй. Аттестат тапшырыу тантаналары 27 июнгә тәғәйенләнгән. Бөгөнгә география, информатика һәм математиканан база имтихандары һөҙөмтәләре сайтҡа ҡуйылған.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar