Берҙәм Дәүләт имтихандары тәртибе үҙгәрәсәк

14.07.2018 в 20:41 | Общество | 596 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Берҙәм Дәүләт имтихандары тәртибе үҙгәрәсәк

Сенаторҙар уҡыусылар өсөн шарттарҙы ябайлаштырыу мәсьәләһен өйрәнә. Мәҫәлән, әле барлыҡ ауыл мәктәптәре район үҙәгенә йөрөргә мәжбүр булһа, киләсәктә имтиханды һәр урта мәктәп үҙендә уҙғара аласаҡ. Фәҡәт мәктәптәрҙә видеокүҙәтеү ҡулайламалары булыуы шарт. Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, айырым ҡанундар, йәки булғандарын үҙгәртеү талап ителмәй. Мәғариф һәм фән өсөн яуаплы ведомстволарҙың күрһәтмәһе лә етә. “Берҙәм дәүләт имтихандары уҡыусылар өсөн ауыр психологик мәл. Туған мәктәптәрендә тапшырыу уларға ошо йәһәттән отошло”, - тигән фекерҙә сенаторҙар.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar