Бурыс йыйма, һалымыңды түлә!

20.10.2018 в 15:37 | Общество | 1173 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Бурыс йыйма, һалымыңды түлә!

Республиканың һалым органдары тарафынан халыҡҡа һалым түләү тураһында белдереү ҡағыҙҙары таратыла башланы.
“Шәхси кабинет”ҡа инеүселәр уны электрон рәүештә алды. Ҡалғандарға ноябргә тиклем Рәсәй почтаһы аша ебәреләсәк. Түләүҙәрҙе банкта, почтала, түләү терминалдары аша башҡарырға мөмкин.
Республикала өсөнсө йыл физик шәхестәрҙең һалымы күсемһеҙ милек объекттарының кадастр хаҡынан сығып билдәләнә. Закон тарафынан ҡаралған яңы тәртипте этаплап индергәндә тәүге өс йылда түбән коэффициенттар ҡаралған. Милеккә һалымды 3 декабргә тиклем түләргә кәрәк.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar