Экологик өмәгә ҡушыл!
ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ |
Башҡортостанда ҙур экологик акция үтә. Ул Бөтә донъя таҙалыҡ көнөнә бәйле ойошторола. 15 сентябрҙә “Эшләйбеҙ!” тигән өндәмә аҫтында шәмбе өмәләре уҙғарыла. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, акцияла 200 меңләп кеше ҡатнашыуы көтөлә. Республика буйынса 1 мең 300-ләп урынды сүп-сарҙан таҙартыу ҡаралған. Исемлектә парк-скверҙар, йылға-күл буйҙары күрһәтелгән.
Комментарии