Европа буйлап гастролдәрҙә Башҡортостан исеменән Zainetdin этно-проекты ҡатнашты | Новости Башкортостана

Европа буйлап гастролдәрҙә Башҡортостан исеменән Zainetdin этно-проекты ҡатнашты

10.04.2018 в 22:37 \\ Культура \\ 667
  • Первый рисунок

Европа буйлап концерт турнеһында Башҡортостан исеменән Zainetdin этно-проекты ҡатнашты. Популяр башҡорт башҡарыусыһы һәм мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов һәм Алина Камалетдинова (шоу-балет) башҡа илдәрҙең артистары менән бергә ике аҙна дауамында Төркиә ҡалалары һәм Балҡан илдәре буйлап гастролдәрҙә йөрөнө.

«Беҙҙең проект республиканан берҙән-бер вәкил булды. Беҙ «Урал батыр» композицияһын башҡарҙыҡ, мин уны үҙем заманса форматҡа яраҡлаштырып төҙөнөм. Сығыш яһағанда ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнаным, башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосынан өҙөк һөйләнем, өзләп күрһәттем, трюктар яһаным, — тип һөйләне Заһир «Башинформ» агентлығына. — Беҙҙе бик яҡшы ҡабул иттеләр, залда бейей башланылар. Шуға күрә беҙҙең сығышты финалға яҡыныраҡ ҡуя инеләр. Концерттан һуң күптәр яныбыҙға килеп, уйын ҡоралдарына ҡыҙыҡһыныу белдерҙе».

Әңгәмәсе һүҙҙәренсә, һәр сығыш алдынан экранда Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары, Башҡортостан тәбиғәте күрһәтелгән.

«Мин барыһы менән дә дуҫлашып өлгөрҙөм, сәфәр ваҡытында бер-беребеҙҙең телдәрен яҡшы аңлай башланыҡ. Мин башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен күҙәттем, ҡайһы берҙәренә үҙем өсөн уйын ҡоралдарына заказ бирҙем. Шулай уҡ милли символыбыҙ ҡурайҙы бүләк иттем, ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе уйнарға өйрәттем», — тип хәбәр итте артист.

Наурузды байрам итеү барышында ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы ойошторған гастроль турнеһы Төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы Кастамонула башланып, Балҡанда тамамланды. Төркиә ҡалаларында Наурузды байрам итеүҙә Мәскәүҙәге «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге лә ҡатнашты.

Алты илдә төрки донъяһының 18 төбәгенән 350-нән ашыу сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында бөтәһе 16 концерт уҙҙы. Концерттарҙа Азербайжандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Төркмәнстандан, Төркиәнән, Ғағаузиянан, Үзбәкстандан, Косовонан, Македониянан, Сербиянан, Босния һәм Герцеговинанан, Рәсәйҙән — Башҡортостандан, Дағстандан, Ҡабарҙа-Балҡарҙан солистар һәм фольклор ансамблдәре сығыш яһаны.

Похожие материалы:
Фотографии
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2018 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter