Өфө циркында уникаль тоҡомло аттар аренаға сығасаҡ

21.01.2015 в 00:21 | Общество | 1097 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Өфө циркында уникаль тоҡомло аттар аренаға сығасаҡ

Бында Мәскәүҙән 25 айғыр килтерелгән. Артистар Башҡортостанда тәүге тапҡыр сығыш яһай. Аттарҙы тамаша алдынан артистар яҡшы итеп йыуындыра, ялдарын тарап үрә. Малҡайҙарға был процедуралар өсөн махсус шампунь ҡулланыла. Йыуындырғандан һуң уларҙы диетик аҙыҡ-түлек көтә. Аттарҙың һәр береһенең үҙ холҡо. Улар циркта сығыш яһау һәм бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөү өсөн яраҡлашҡан. Алексей Куимов, цирк хеҙмәткәре: «Был ат Аргун исемле. Ул рус сабыш аты. Беҙҙәге иң теремек малҡайҙарҙың береһе. Аргун ҡатмарлы трюктарҙан да ҡурҡмай. Бысаҡтар аша ла һикерә». Тамаша өсөн аренала 13 метрлыҡ манеж ҡуйыла. Унда аттар хатта, баҫҡыс буйлап та үрләй. Ә тамаша ҡыҙыҡлы сценарий буйынса бара. Уны Өфө дәүләт циркында 24 ғинуарҙан күрергә мөмкин

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar