Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте символикаһына конкурс дауам итә | Новости Башкортостана

Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте символикаһына конкурс дауам итә

10.04.2018 в 22:16 \\ Культура \\ 444
  • Первый рисунок

Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте иғлан иткән ойошма символикаһына конкурс дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә шәхси кешеләрҙән дә, авторҙар коллективынан да эштәр килде.

«Беҙҙең башланғысҡа Рәсәйҙең күрше төбәктәре дизайнерҙарының ҡушылыуы бик ҡыуаныслы. Тәүгеләрҙән булып эштәрен Л. Толстой исемендәге Ҡазан федераль университетындағы Филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникация институтының дизайн кафедраһы студенттары ебәрҙе», — тип хәбәр итте ойошма рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.

Конкурс 20 апрелгә тиклем дауам итә. Тиҙҙән еңеүсе проект иғлан ителә.

Башҡортостан Республикаһының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ултырышында артабан лоогтипты миҙалға нигеҙ итеп алырға тигән ҡарар ҡабул ителде. «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәhе» тип аталған награда билдәле ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте эшмәкәре Рабиға Ҡушаеваның (1901-1937) исемен йөрөтәсәк. Миҙалды йәмәғәт эшенә ҙур өлөш индергән күренекле ҡатын-ҡыҙҙарға һәм өлгөлө күп балалы әсәләргә тапшырыу ҡаралған.

Эштәрҙе bashkirka2017@mail.ru. адресына ебәрергә мөмкин.

Похожие материалы:
Фотографии
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2018 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter