Өфөлә транспорт һәм элемтә предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе була

12.04.2018 в 00:10 \\ Общество \\ 478
  • Первый рисунок

12 апрелдә Өфөләге халыҡ мәшғүллеге үҙәге транспорт һәм элемтә өлкәһе предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһен ойоштора.

«Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәгә килгәндәргә водитель, кондуктор, автомобилде ремонтлау слесары, механик, бульдозер, автогрейдер, экскаватор машинисы, шулай уҡ тракторсы, электромонтер һәм башҡа эшсе һөнәрҙәр тәҡдим ителә.

Йәрминкәгә килгәндәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, психолог кәңәше, компьютер диагностикаһы һәм һөнәри йүнәлеш буйынса консультация бирелә.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

Йәрминкәне уҙғарыу урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.

Похожие материалы: