«Филармонияға — һөйөү менән!»

12.02.2017 в 11:21 | Культура | 2611 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Первый рисунок

Башҡорт дәүләт филармонияһы иғлан иткән «Филармонияға — һөйөү менән!» тип аталған конкурстың бөгөн һуңғы көнө. Ҡатнашыусылар алдағы көндә лә үҙҙәренең мөхәббәт тарихын шиғыр, проза, йыр, видеомөрәжәғәт рәүешендә яҙып, "Facebook", "Бәйләнештә", "Класташтар" социаль селтәрҙәрендәге филармония төркөмөнә ебәрә ала. Иң күп «лайктар» йыйған һәм компетентлы жюри һайлап алған кеше еңеүсе тип иғлан ителә. Конкурстың лидеры танылған музыкант, скрипкасы Марат Саҙрыевтың концертында абруйлы ҡунаҡ буласаҡ һәм уның ҡулынан иҫтәлекле бүләк аласаҡ.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar