Географиянан диктант яҙабыҙ

11.11.2018 в 12:11 \\ Общество \\ 144
  • Первый рисунок

Башҡортостан халҡы географиянан белем тикшерә ала. Интеллектуаль сара бөгөн үтә. Ул 12 сәғәттә башлана. Тест уҙғарыласаҡ майҙансыҡтар һаны буйынса беҙҙең республика беренсе урында килә. Йәмғеһе 450 урында белемде һынап ҡарарға була. Уны шулай уҡ интернетта онлайн яҙырға була. География фәндәре кандидаты, Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса бүлексәһенең ғилми секретары Зәкирә Латыпова әйтеүенсә, тест ауыр түгел, һорауҙарға схема-һүрәттәр тәҡдим ителә.

География диктаны Рәсәйҙә генә түгел, ә сит илдәрҙә лә үтә. Аргентина, Көньяҡ Африка, Таиланд, Төркиә һәм башҡа дәүләттәрҙә майҙансыҡтар ойошторола.

Похожие материалы: