Икенсел торлаҡ алғанда нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

10.11.2018 в 00:54 \\ Дом. Семья \\ 187
  • Первый рисунок

Икенсел торлаҡты һатып алыу, яңы төҙөлгән йорттан фатир алыуға ҡарағанда, күпкә ҡатмарлыраҡ. Йәшәлгән фатирҙы һатып алырға уйлаһағыҙ, иң тәүҙә фатир хужаһының паспортының ғәмәлдә булыуын тикшереү зарур. Шулай уҡ милек хужаһының коммуналь түләүҙәргә бурыстары булмауын, бүлмәләр үҙгәртелгәндә уның законлы булыуын, пропискала тороусыларҙы тикшертеү, һатыусынан ЕГРП-нан (Берҙәм дәүләт хоҡуҡ рейстры) справка талап итеү ҙә кәрәк. Торлаҡҡа арест һалыныуы ла мөмкин. Ышаныс ҡағыҙы (доверенность) аша фатир һатҡан кешеләрҙән дә һаҡ булығыҙ. Йыш һатылған фатир ҙа шик тыуҙырырға тейеш. Фатир хужаһының был милеккә нисек хужа булыуын да асыҡлағыҙ. Мираҫ булып күскән икән, ул законлы көсөнә ингәнсе өс йыл ваҡыт үтергә тейеш. Хөкөм ителеү сәбәпле, теркәлеүҙән төшөрөлгән йәшәүселәр булыу-булмауын да тикшертегеҙ. Төрмәнән ҡайтыу менән хөкөм ителеүсе үҙенең хоҡуҡтарын даулай башлауы ла ихтимал. Бәлиғ булмаған балалар теркәлгән, уларҙың фатирҙа өлөштәре булған фатирҙар опека һәм попечителлек органының рөхсәте менән генә һатыла. “Әсәлек капиталы” аҡсаһына һатып алынған фатирҙар алғанда ла унда йәшәгән балаларҙың хоҡуҡтары боҙолмауына иғтибар итегеҙ.

Похожие материалы: