Ил энергетиктары Өфөгә йыйыла
ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ |
23 октябрҙә Өфөлә Бөтә Рәсәй энергетика форумы башлана. Унда шулай уҡ йылы менән тәьмин итеү, электр техникаһы, энергетика технологиялары буйынса күргәҙмәләр эшләйәсәк. Форумда йылылыҡ-энергетика комплексы белгестәре, федераль һәм төбәк министрлыҡтары вәкилдәре, тармаҡтың ҙур предприятиелары етәкселәре ҡатнашыуы көтөлә. Рәсәй энергетика форумы Башҡортостанда 2000 йылдан башлап даими уҙғарыла.
Комментарии