Имтихандар намыҫлы үтһен

03.02.2018 в 23:52 \\ Общество \\ 347
  • Первый рисунок

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыусылар һаны иғлан ителде. Быйыл дәүләт аттестацияһын 18 меңдән ашыу 11 класс уҡыусыһы үтә. Исемлектә шулай уҡ мәктәпте быға тиклем тамамлаған егет һәм ҡыҙҙар бар. Берҙәм дәүләт имтихандары өс этапта уҙғарыла. Марттан апрелгә тиклем ваҡытынан алда тапшырырға рөхсәт ителә. Майҙа һәм июндә – төп өлөш үтә һәм сентябрҙә өҫтәмә һынау була. 9 класс уҡыусылары дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үтә. Быйыл урта мәктәпте 41 мең уҡыусы тамамлай.

Похожие материалы: