Иркен, йылы һәм яҡты

10.10.2017 в 20:24 | Общество | 549 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Первый рисунок

Өфөлә яңы художество гимнастика үҙәге асылды. 350 квадрат метр майҙанды биләгән комлекс йөҙҙән ашыу спортсыны һыйҙыра. Иркен биналарҙа бер юлы 40 гимнаст шөғөлләнә ала. София дүрт йәшенән художество гимнастикаһы менән шөғөлләнә. Ул бигерәк тә туп менән бейергә ярата. Уны ни тиклем бейеккә ырғытаһың, шул тиклем сығышты юғары баһалайҙар. Был йәһәттән, яңы художество үҙәге кескәй спортсылар өсөн яңы мөмкинлектәр аса.Бигерәк тә, балаларының һаулығы өсөн борсолған ата-әсәләргә яңы комплекс ҙур бүләк. Ысынлап та, тренерҙар әйтеүенсә, спортсылар махсус япмаһыҙ иҙәндә акробатик элементтарҙы эшләгәндә төрлө йәрәхәттәр алған, ә хәҙер балаларға бөтә көстәрен һалып шөғөлләнеү өсөн бар шарттар ҙа бар.Хәҙер яңы комплекста күнекмәләр көн дауамында бара. Ә кескәй гимнаст ҡыҙҙар яңы маҡсаттар ҡуя, еңеүҙәргә ынтыла.Ысынлап та, яңы комплекс яңы мөмкинлектәр аса. Кем белә бәлки был ҡыҙҙар ҙа билдәле яҡташыбыҙ, данлы спортсы, художество гимнастикаһы буйынса донъя чемпионы Ләйсән Үтәшева кеүек абруйлы ярыштарҙа республика исемен данлар.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar