Йәштәр өсөн офоҡ киң

20.04.2018 в 19:52 | Общество | 613 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Йәштәр өсөн офоҡ киң

Башҡортостанда сығарылыш класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау һәм аттестаттар тапшырыу ваҡыты билдәле булды. Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, 9 кластар өсөн “һуңғы ҡыңғырау” 24 майҙа, 11-селәр өсөн 25-ендә үтә. Мәктәп менән хушлашыу кисәһе сығарылыш класс уҡыусылары өсөн 23 июндә ойошторола. 9 кластарға иһә аттестаттар тапшырыу тантанаһы датаһын һәр район йәки ҡала үҙаллы билдәләй. Бынан тыш, Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡалаларында сығарылыш класс уҡыусыларының Яҙғы балы үтә. Ошондай тантаналарҙы үткәреү ваҡытында именлек мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә. Быйыл Башҡортостанда 18 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ 11 класты тамамлай.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar