Ямғырҙан да, елдән лә һаҡлар ине

15.11.2018 в 02:54 | Общество | 235 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Первый рисунок

Ҡырмыҫҡалы районының Архангель районы менән сиктәш Эҫем ауылында йәшәүсе Зөлфирә ханым Хәмитова беҙҙең радиоға шылтыратып эргәлә үткән республика трассаһында автобус туҡталышы булмауына зарланды. Был мәсьәлә сетереклеме, хәл итерлекме? Зөлфирә ханым йәшәгән ауыл ике район сигендә урынлашҡан. Унда башлыса баҡсасылар йәшәй, килеп йөрөй. Эргәнән генә ҙур трасса үтә, машинаһы булғандар шунан боролоп, Эҫем, Ҡояш һәм Князев ауылдарына инеп китәләр. Машинаһы булмағандар ел-ямғырҙа ла, һалҡын көндәрҙә лә ошо боролошта төшөп ҡала, йә автобус көтә. Трассанан килгән автобус Эҫемгә боролған юл эсенә инеп туҡтамай. Ә урындағы хакимиәттәр республика әһәмиәтендәге юлда туҡталыш төҙөп ҡуя алмай. Ысынлап та ныҡ кәрәк булһа, нисек туҡталышлы булырға һуң. Республика транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан рәсми яуап алдыҡ. Иламаған балаға ҡаптырмаған һымаҡ, әйтмәгәнде әлбиттә ишетмәйҙәр. Әйтеп тә ишетергә теләмәһәләр - икенсе мәсьәлә. Тимәк туҡталышлы ла, юллы ла булырға ышаныс бар. Эҫем ауылында йәшәүселәр өсөн өсөн генә түгел.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar