Янғын - аяуһыҙ, ялмап алырға тора

15.11.2018 в 03:20 \\ Общество \\ 261
  • Первый рисунок

Быйыл ун айҙа Башҡортостанда 3 меңдән ашыу янғын осрағы теркәлгән. Утта 189 кешенең ғүмере ҡыйылған, 220 кеше йәрәхәтләнгән. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, янғындарҙың күбеһе шәхси йорттарҙа һәм баҡсаларҙа булған. Һандарҙан күренеүенсә, көндәр һалҡынайтыу менән янғындар ҙа йышая. "Бәхетһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында йорттарға янғын иҫкәртеү ҡоролмалары ҡуйырға кәңәш ителә", - ти республиканың граждандар оборонаһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса уҡытыу үҙәге уҡытыусыһы Рәшит Үләмәев

Похожие материалы: