Яр буйындағы бөйөк һыбайлы
ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ |
Салауат Юлаев һәйкәле ҡуйылыуға 51 йыл тула. Ул 1967 йылдың был көнөндә Өфөнөң көньяғында Ағиҙел йылғаһы буйындағы текә ярға ҡуйыла. Ҙурлығы буйынса Европала уға тиңләшеүсе һыбайлы һәйкәле юҡ. Ҡуйылған урыны ла бик уңышлы һайланған. Һыбайлы һынының скульпторы - Сосланбәк Тавасиев, архитекторы - Исмәғил Ғәйнетдинов. Был скульптура Рәсәйҙә иң ҙур ат статуяһы. Уның бейеклеге яҡынса 10 метр, ауырлығы - 40 тонна. Һәйкәл республикабыҙҙың айырылмаҫ символына әүерелде, ул дәүләт гербында ла урын алған.
Комментарии