Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә үҙгәрештәр бар

03.07.2018 в 18:59 | Авто | 543 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә үҙгәрештәр бар

Июль айынан транспортҡа экологик талаптар билдәләнде. Айырым биләмәләрҙә һауаны ныҡ бысратҡан машиналар йөрөшө тыйыла. Махсус билдәләр ҡуйыла. Ҡағиҙәләрҙең үтәлешен юл камералары һәм инспекторҙар контролдә тота. Машинаның номерына ҡарап махсус базала двигателенең ниндәй класлы булыуын белергә була. "Австостат" агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 42 миллиондан ашыу еңел автомобиль бар. Уларҙың 27 проценты һауаны ныҡ бысратҡан иҫке машиналар. 13 проценты ғына "Евро-5" класлы двигатель менән йыһазландырылған.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar