Юлдарға - заманса бәҙрәфтәр

21.02.2018 в 22:24 | Общество | 1068 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Юлдарға - заманса бәҙрәфтәр

Башҡортостанда юл буйындағы кафеларға конкуренттар барлыҡҡа киләсәк. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм, транспорт һәм юл хужалығы өсөн яуаплы дәүләт комитеттары яңы проект әҙерләй. Уларҙың пландары буйынса, берҙәм бренд аҫтында хеҙмәтләндереү селтәре булдырыласаҡ. Һәр комплекста автомобилгә яғыулыҡ ҡойоу станцияһы, магазин, кафе, ҙур булмаған автосервис, ҡунаҡхана, йыуыныу, үҙеңде тәртипкә килтереү урындары булырға тейеш. Һәр нөктә сама менән 30 миллион һумға барып баҫа. Әлегә 6 комплекс тураһында һүҙ бара. Әлеге кибет-кафелар ҙа ябылмай. Тик уларҙы тәртипкә килтерергә кәрәк. Республика биләмәләрендәге юлдарҙа 670-ләп ошондай объект бар. Уларҙың 120-һе генә техник шарттарға яуап бирә.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar