Йылытыу миҙгеленә әҙерлек башланды

20.09.2018 в 19:43 | Общество | 995 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Йылытыу миҙгеленә әҙерлек башланды

Рәсәй донъяла иң ҙуры ғына түгел, ә иң һалҡын ил дә. Климат ҡатылығы буйынса ул Канада менән Финляндияны уҙып китеп беренсе урынды биләй. Ошондай шарттарҙа торлаҡты йылытыу йәшәйеш өсөн бик мөһим. Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә йылытыу миҙгеле 1 октябрҙән 15 октябргә тиклем башлана. Йылылыҡ биреү тураһында ҡарарҙы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ түгел, ә муниципаль властар ҡабул итә. Аныҡ ваҡыт уртаса һауа температураһына бәйле. Ул 5 көн рәттән 8 градустан түбән булһа, йылылыҡ даими бирелергә тейеш. Газ менән айырым йылытылған күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр йылы биреү мәсьәләһен фатир хужалары йыйылышында хәл итә ала. Йыйылышта ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы ғариза менән идарасы компанияға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре сифаты буйынса килеп тыуған һорауҙар менән 004 телефонына шылтыратырға була. Өфө ҡала торлаҡ коммуналь хужалығының диспетчер телефоны: 235-48-00, ҡабул итеү бүлмәһенеке - 235-50-33.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar