Күңелле сәйәхәт ҡылдыҡ

24.11.2015 в 19:44 | Общество | 1259 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Первый рисунок

Баланың ишеткәндәре, күргәндәре, күҙәткәндәре—барыһы ла уның телмәрендә. Һәр һүҙе—асыш, образ, бәләкәй генә әкиәт, тормош тәжрибәһе. Бәләкәстең телмәре үҫешкән, камиллашҡан икән, уға фекерләүе лә еңелерәк, башҡаларҙы ла тиҙерәк аңлай.
«Сулпылар» балалар баҡсаһында «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү» темаһына арналған дөйөм ата-әсәләр йыйылышы булып үтте. Ата-әсәләр моряктарға әүерелеп, капитандары—тәрбиәсе С.Р.Бикбова менән «Телмәр үҫтереү» утрауына сәйәхәт ҡылды. Утрауҙың батшаһы—өлкән тәрбиәсе Й.С.Кәримова әлеге темаға сығыш яһаны. Бында ата-әсәләр сығыштар тыңлап, кәңәштәр алып ҡына ҡалманы, төрлө уйындар ҙа уйнап алды.
Эйе, тәрбиәселәр балалар телмәрен үҫтереүгә ҙур көс һала. Төрлө дидактик уйындар ойошторалар, нәфис әҙәбиәт, халыҡ ижады ҡулланалар, шиғыр ятлаталар, йомаҡ ҡоялар. Кескәйҙәр шулай уҡ «ҡурсаҡ театры»н үҙ итә, иртәлектәрҙә әүҙем ҡатнаша. Балалар баҡсаһының музыка етәксеһе, физик тәрбиә биреү инструкторҙары ла бәләкәстәрҙең телмәр үҫешенә ҙур иғтибар бүлә. Fөмүмән, Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы телмәр үҫтереү һәр яҡлап алып барыла. Был хаҡта тәрбиәселәр Я.Б.Мөхәмәтшина, Г.Р.Fазина, З.F.Ҡәйепҡолова бәйән итте.
Йыйылышҡа килгән ата-әсәләр «Ижад утрауы»нда ла булды. Бында музыка етәксеһе Р.Ә.Fөбәйҙуллина ата-әсәләргә уйынды нисек йыр аша ойошторғанын һөйләп бирҙе. Ата-әсәләр был утрауҙа күңелдәрен күтәреп йырлап та алды. Ә инде утрау хужабикәһе йырлы түңәрәк уйынына саҡырғас, залдағылар ихлас бейергә төштө. Һамаҡлауҙар, көйләүҙәр ҡулланылған, ижекләп һәм көслө тауыш менән әйтелгән был уйынды ололар отоп алырға тырышты.
«Өй шарттарында мәктәпкәсә йәштәге баланың телмәрен үҫтереү буйынса тәжрибә менән уртаҡлашыу» утрауында беҙҙе балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең әсәләре—Юлиә Мәжит ҡыҙы Нәбиуллина менән Гүзәл Хәйрулла ҡыҙы Мырҙагилдина көтә ине. Улар ғаиләлә бәләкәстәрҙең телмәрен үҫтереү серҙәре менән бүлеште. Гүзәл Хәйрулла ҡыҙы китаптың оло ярҙамсы икәнен әйтһә, Юлиә Мәжит ҡыҙы видеофильм ҡулланыуын белдерҙе.
Утрауҙарҙан ҡайтыуыбыҙҙы «Сулпылар» балалар баҡсаһының мөләйем, киң күңелле, үҙ эшенә етди ҡараған мөдир Н.Ә.Биушкина көтә ине. Нуриә Әхәт ҡыҙы сәйәхәтебеҙгә йомғаҡ яһап: «Телмәре үҫешкән кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫ, ҡатмарлы тормош һынауҙарына бирешмәҫ. Тик балалар баҡсаһы ата-әсәләр менән берлектә эш алып барһа ғына, бала аҡыллы, үткер, һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған шәхес булып үҫер»—тине.
Ата-әсәләр исеменән—Роза Ҡарағузина.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar