Хоккейҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҡыуандырҙы. Сират - ир-егеттәргә

17.02.2018 в 15:55 | Спорт | 632 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Хоккейҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҡыуандырҙы. Сират - ир-егеттәргә

Көньяҡ Кореяла Олимпиадала хоккей турниры дауам итә. Рәсәй ҡатын-ҡыҙ хоккейсылары бөгөн сирек финалда Швейцария вәкилдәрен 6-ға 2 иҫәбенә еңде һәм ярым финалға сыҡты. Бер шайбаны "Ағиҙел" хоккейсыһы Ольга Сосина индерҙе. Финалға сығыу өсөн милли команда Канада менән уйнаясаҡ. Ә Ир-егеттәр хоккей командалары араһында төркөм этабында уйындар тамамлана. Бөгөн Рәсәй Америка Ҡушма штаттары менән осраша.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar