Килә яуа, килә яуа...

01.11.2017 в 19:07 | Обо всем | 816 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Килә яуа, килә яуа...

Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре буйынса 30 йыллыҡ рекорд ҡуйылған. Дауыл, ҡойма ямғыр, ҡоролоҡ – былар барыһы ла бөтә донъяла һауа торошо үҙгәреүен дәлилләй. Былтыр республикала 40-тан ашыу хәүефле тәбиғәт күренеше теркәлгән, ти синоптиктар. Улар араһында дауыл, ҡойма ямғыр, ҡоролоҡ, эҫе елде атарға була. Һуңғы 30 йылда бындай тәбиғәт күренештәре беренсегә теркәлгән. Быйыл да һауа торошо көтөлмәгән "күстәнәс"тәр алып килде. Ҡышын күп ҡар яуҙы, июндә ямғыр туҡтаманы. Ошондай күренеш төбәктә 35 йыл дауамында күҙәтелмәгән, тип хәбәр итәләр Башгидрометүҙәктән.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar