Китаптар донъяһынан айырылмай

04.02.2018 в 00:00 | Общество | 560 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Китаптар донъяһынан айырылмай

Өфөлә боронғо һәм һирәк осраған китаптар менән танышырға мөмкин. Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала ошондай күргәҙмә асыла. Ул Рәсәй һәм Башҡортостандың билдәле яҙыусылар юбилейҙарына арнала. Ойоштороусылар белдереүенсә, экспозицияла XIX-XX быуаттарҙа нәшер ителгән Иван Тургенев, Лев Толстой, Максим Горькийҙың китаптары урын алған. Бынан тыш, күргәҙмәлә башҡорт яҙыусылары һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең һирәк китаптары менән танышырға мөмкин. Улар араһында Мөхәмәтша Буранғолов, Имай Насыри, Зәйнәб Биишева, Назар Нәжми бар. Был китаптар ғәрәп һәм латин графикаһында XX быуаттың тәүге яртыһында нәшер ителгән. Экспозицияла шулай уҡ классиктарҙың фотоһүрәттәре һәм ҡултамғаларын күрергә була.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar