Мәктәп автобустарын тиҙ арала яңыртырға кәрәк

09.01.2018 в 21:11 | Авто | 472 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Мәктәп автобустарын тиҙ арала яңыртырға кәрәк

Дума депутаттары ошондай мөрәжәғәт менән сыҡҡан. Йыл башынан балаларҙы уҡыуға йөрөтөүгә ҡағылышлы үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, уҡыусыларҙы 10 йылдан иҫке транспортта йөрөтөргә ярамай. Әле автобустар паркының күп өлөшө етди таушалған. Рәсәйҙә “Мәктәп автобусы” программаһы 2 меңенсе йылдар башынан эшләй. Уҡыусылар һаны аҙ булған ауылдарҙан мәктәптәргә автобуста ташыу “Мәғариф” өҫтөнлөклө проекты буйынса ойошторолдо.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar