Мәскәү йәштәре һабантуйға йыйылды

23.06.2014 в 19:05 | Обо всем | 1181 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Первый рисунок

Баш ҡалала был байрам 2008-се йылдан алып ойошторолоп килә. Уны йәштәр үҙ көсө менән үткәрә, шуға ҡарамаҫтан Мәскәү һабантуйы Башҡортостандағы һабан байрамдарынан ҡалышмай. Һәм уны баш ҡала башҡорттары көтөп ала.
Бында тигеҙ сәхнә лә, ҡеүәтле музыка ҡорамалдары ла ҡуйылмаған. Шуға ҡарамаҫтан майҙан башҡортса йыр-бейеүҙәрҙән гөрләп тора. Үҙ халҡының мәҙәниәтенә ғашиҡтар өсөн бер ниндәй кәртәләр ҙә юҡ. Мәскәү һабантуйы 2008-се йылдан алып Башҡортостан йәштәрен бергә туплай.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, Мәскәү йәштәре һабантуйының төп маҡсаты республиканан ситтә лә ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һаҡлап ҡалыу, йәш быуынға тапшырыу. Бындай байамдар үҙ-ара аралашыу, танышыу мөмкинлеге лә бирә. Сәсәниә Әлфиә Агиева сараға боронғо елән кейеп килгән, йәштәр милли кейемдәрҙе танып-белеп үҫергә тейеш, ти ул.
Мәскәү һабантуйында Башҡортостандағы һымаҡ ат сабышы, һырғалаҡҡа үрмәләү юҡ. Шуға ҡарамаҫтан был сарала телһөйәрлек, илһөйәрәлек ярылып ята, уны ысын мәғәнәһендә рух байрамы тип әйтергә мөмкин. Тап ошондай осрашыуҙар балаларҙа халҡыбыҙҙың тарихына, мәҙниәтенә һөйөү тәрбиәләргә ярҙам итә, ти Ҡанһөйәровтар ғаиләһе. Уларҙың улдары башҡорт бейеү түңәрәгенә лә йөрөй. Малайҙар һабантуйға килеүселәргә лә һәләтен күрһәтте.
Мәскәүҙәр һабантуйҙы үҙ көсө менән үткәрә, быйыл унда 300-ләп кеше йыйылды. Йәштәр рәхәтләнеп күңел асты, аш-һыу әҙерләүҙә уңғандарҙы асыҡланы. Сарала кескәйҙәр өсөн һүрәт төшөрөү конкурсы ла ойошторолдо. Майҙан көнө буйы башҡортса йыр-моңдарҙан гөрләп торҙо.
Рәмзиә Кәримова

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar