Ни өсөн өй хужалары яңы төҙөлгән йорттарын һүтеп ташларға мәжбүр? | Новости Башкортостана

Ни өсөн өй хужалары яңы төҙөлгән йорттарын һүтеп ташларға мәжбүр?

16.07.2018 в 19:44 \\ Общество \\ 475
  • Первый рисунок

Өфө районы халҡын тап ошондай һорау борсой. Асыҡланыуынса, йөҙләгән ғаилә самолеттарҙың осоу-ултырыу урындарында йорт төҙөй башлаған. Зубово ауыл янындағы ерҙән биләмә һатып алыусылар суд ҡарары менән риза түгел. 15 сутый ерҙе миллион ярым һум аҡсаға һатып алған пенсионерҙарҙың яңы урында йәшәү мөмкинлеге лә, барыр урындары ла юҡ. Электр һәм һыу менән тәьмин ителмәгәс, уларға көн дә генератор менән ҡулланырға тура килә. Яңы урындан бөтәһе йөҙләгән кеше ер бүлемен һатып алған. Асыҡланыуынса, яңы төҙөлөш ере “Өфө” аэропорты самолеттарының осоу һәм һауа судноларының төшөү урыны янында урынлашҡан. Һауа кодексы, авиация ҡағиҙәләренә һәм Федераль законға ярашлы самолет осҡан ерҙә йорттар булырға тейеш түгел. Урындағы халыҡ һүҙҙәренән асыҡланыуынса, “Дуҫлыҡ” ойошмаһы был ерҙә ҡасаба барлыҡҡа килә, тип, милекселәрҙең ышанысына инә һәм урынды 400 ер биләмәһенә бүлә. Тиҙҙән “Дуҫлыҡ” ойошмаһы “Престиж” тигән яңы атама ала. Хәҙер һатып алынған ерҙә йорт төҙөй башлаусылар үҙҙәренең хоҡуғын яҡлай алмай. Кооператив вәкиле был мәсьәләне хакимиәт хәл итергә тейеш, тигән фекерҙә. Суд урындағы йорттарҙы һүтеп ташларға, ә ерҙе эшкәртергә кәрәк, тигән ҡарар сығарған. Урындағы район хакимиәте тәү сиратта ауыл ҡасабаһының генераль төҙөлөш планын үҙгәртеү мотлаҡ, тип һанай. Хәҙер урындағы халыҡ, судтың төҙөлгән өйҙәрҙе һүтеп ташларға тигән ҡарарынан һуң, киләһе асыҡ һөйләшеүҙең бөтөнләй үткәрелмәүенән ҡурҡа.

Похожие материалы:
Фотографии
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2018 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter