Нимә ул реструктурлаштырыу?

10.11.2018 в 01:02 \\ Общество \\ 176
  • Первый рисунок

Бурысты реструктурлаштырыу – заемсының кредит суммаһы ҙур булғанда түләй алмау проблемаһын хәл итеү, бурыс түләүҙе еңелләштереү өсөн йүнәлтелгән алым. Банк үҙенең фатир йәки автомобиль һатып алған клиенттарының хәленә инергә тырыша. 2 – 3 ай кредиттарын түләмәй килгән кешеләргә штраф һалмай тора.
Ҡайһы бер граждандар бурысын реструктурлаштырыуҙы талап итә. Был кредитты кисектереү түгел, бәлки уны түләү ваҡытын оҙайтып, түләүҙәр күләмен кәметеү тигән һүҙ. Бурысығыҙҙы түләй алмаһағыҙ, уны аҙмы- күпме түләүҙе дауам итегеҙ. Һәр хәлдә ай һайын күпмелер аҡса күсереп барһағыҙ, һеҙҙе намыҫһыҙ түләүселәр исемлегенә индермәҫтәр.

Похожие материалы: