Осһоҙ, әммә хәүефле | Новости Башкортостана

Осһоҙ, әммә хәүефле

11.07.2018 в 10:05 \\ Общество \\ 249
  • Первый рисунок

Урам буйында һатылған емеш-еләкте ашап, витаминдар туплау урынына кеше һаулығына зыян килтергән зарарлы матдәләр менән ағыуланмаймы? Беҙҙең хәбәрселәр законһыҙ ойошторолған һатыу нөктәләре буйлап рейдҡа сыҡты һәм улар тәҡдим иткән продукцияның сифатын тикшерҙе.“Мин үҙем — сертификат”. Юл буйындағы һатыусы ҡарбуздың сифаты хаҡында ҡағыҙ һорағас, шулай итеп яуап ҡайтарҙы. Ә ысынында, уның бер ниндәй ҙә документы булмай сыҡты. 30 йылдан ашыу сауҙа менән шөғөлләнгән ханымдың теле шымарып бөткән, татлы һүҙҙәр менән тауарын маҡтай-маҡтай һатып та ебәрә. Урамдағы тағы ла бер нисә сауҙа нөктәһенә барып, унда һатылған продукцияға ниндәй ҙә булһа документ күрһәтергә һораныҡ, «бар ҡағыҙҙар ҙа бар, тик улар хужала,» тиҙәр күптәр. Ә сифаты менән ҡыҙыҡһынһаң, яуап бер: «үҙем тәмләп ҡараным». Уларҙың һүҙенә ышаныу, лотерея уйнаған шикелле: уңыш йылмайһа, барыһы ла яҡшы буласаҡ, юҡ икән — ағыуланып дауаханаға эләгеүең ихтимал.Ошо нөктәләрҙә һатып алған ҡарбуз менән шафталыны, йәғни,персикты Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идарадығының “һынау үҙәге”нә алып барҙыҡ. Әйткәндәй, теләгән һәр кем бында килеп, үҙенең өлгөһөн экспертизаға бирә ала. Бында лаборатория шарттарында тәҡдим ителгән өлгөнөң сифатын тикшерәләр. Йәшелсә-емешкә килгәндә, тәү сиратта нитраттар күләмен ҡарайҙар. Уның норманан ашып китеүе кеше организмын ағыулауы ихтимал.Нитрат күрһәткесен тиҙ генә белеп булһа, ауыр металлдар һәм пестицидтар барлығын асыҡларға өс-дүрт көн кәрәк. Әлбиттә, бөтәһенең дә экспертиза эшләтеп ҡарау мөмкинлеге юҡ. Ә бына теге йәки был әйберҙең ҡайҙа һәм кем тарафынан етештерелгәнен күрһәтеүсе сертификат һорау артыҡ булмаҫ. Законһыҙ урынлаштырылған кибеттәрҙе даими тикшереп торһалар ҙа, уларҙың һаны кәмемәй. Сөнки килем штраф күләменән күпкә юғары.Әммә эшҡыуар үҙе язаһыҙ ҡала. Һатыусы уға күпме генә шылтыратмаһын, рейд үткәнен белеп ҡалғас, телефонын һүндереп ҡуйған. Хужаһына кәрәкмәгәс, был ханым бөтә байлыҡты ҡалдырып, эш урынын ташлап китте.Урамдағы законһыҙ сауҙа итеү нөктәләрендәге продукцияның сифаты күп осраҡта билдәһеҙ. Өҫтәүенә киҫелгән емештә төрлө бактериялар күп була һәм унда инфекция үрсей. Ғөмүмән, бындай шикле урындарҙа санитар талаптар бөтөнләй үтәлмәй тиерлек. Хатта ошо ҡарбузды ҡырҡҡан бысаҡтың таҙалығы ла шик тыуыуҙара.Белгестәрҙең кәңәше ябай, әммә файҙалы: аҙыҡ-түлекте һыналған урындарҙан ғына, йәки ҙур сауҙа үҙәктәренән алыу хәйерле.

Похожие материалы:
Фотографии
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2018 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter