Портфелгә күп тейәргә ярамай

30.08.2018 в 19:03 | Общество | 661 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Портфелгә күп тейәргә ярамай

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте уҡыусыларҙың мәктәп сумкаһы ниндәй булырға тейешлеген аңлатты. Ата-әсәләр сығарылған белешмәлә яҙылыуынса, өлкән класс балалары өсөн портфелдең ауырлығы уҡыу әсбаптары менән бергә 4 килограмдан ашыу булмаҫҡа тейеш. Кескәй уҡыусылар өсөн иһә 2 килограмдан арттырмаҫҡа кәңәш ителә. Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәрендә уҡыусылар 3 сентябрҙә мәктәпкә бара. Республика белем усаҡтарында иһә шәмбе көн – 1 сентябрҙә тантаналы линейкалар үтә.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar