Рәсәй чемпионатының 26 турының «Өфө» - «ЦСКА» уйынына билеттарҙы стадион кассаларында һәм онлайн алырға мөмкин

12.04.2018 в 23:54 \\ Спорт \\ 1001
  • Первый рисунок

Йәкшәмбе, 15 апрелдә, Башҡортостандың баш ҡалаһын футбол байрамы көтә. «Нефтсе» стадионында «Өфө» командаһы Рәсәй чемпионатының 26-сы туры сиктәрендә Мәскәүҙең ЦСКА-һын ҡабул итә.

Футбол эксперттары алдағы Өфө һәм Мәскәү алышын тренерҙар көрәше тип атай. Республиканың баш ҡалаһындағы майҙанда Башҡортостан клубының элекке остазы Виктор Гончаренконың һәм хәҙерге тренеры Сергей Семактың тәрбиәләнеүселәре осрашасаҡ.

Көйәрмәндәргә Рәсәй футбол Премьер-лигаһының 26-сы турының Өфөләге уйынына билеттарҙы «Нефтсе» стадионы кассаларында һәм онлайн һатып алырға була. Хаҡтар 200 һумдан башлана һәм 600 һумға етә. Уйын урындағы ваҡыт буйынса киске 7-се яртыла башлана.

Похожие материалы: