Рәсәй халҡының президентҡа һорауҙары күбәйгән

13.06.2017 в 17:32 | Общество | 889 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Первый рисунок

Владимир Путин менән әңгәмәгә әле халыҡтан һорау-мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Үҙәк сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, телефон аша - 540 мең, СМС хәбәр рәүешендә 170 мең һорау килгән. Социаль селтәрҙәр, электрон хат формаһында ла мөрәжәғәттәр күп. Бөгөнгә уларҙың һаны 1 миллионға яҡынлаша. Һорауҙарҙы бер юлы 200 оператор ҡабул итә. 8-800-200-40-40 телефоны аша шылтыратырға, 0-40-40 номерына СМС йәки ММС хәбәр ебәрергә, “Бәйләнештә”, “Класташтар” сәхифәләрендә яҙырға мөмкин. Владимир Путин менән әңгәмә 15 июнь Өфө ваҡыты буйынса 14 сәғәттә башлана. Беренсе канал, Рәсәй-1, Рәсәй- 24, телеканалдары, Маяҡ, Вести ФМ, Рәсәй радиоһы трансляция алып барасаҡ.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar