Республика аграрийҙары ҙур һорау менән файҙаланған культураларҙың сәсеү майҙандарын арттыра | Новости Башкортостана

Республика аграрийҙары ҙур һорау менән файҙаланған культураларҙың сәсеү майҙандарын арттыра

10.04.2018 в 22:22 \\ Экономика \\ 439
  • Первый рисунок

Башҡортостан аграрийҙары ҙур һорау менән файҙаланған культураларҙың сәсеү майҙандарын арттырырға ниәтләй. Һүҙ тәү сиратта май бирә торған үҫемлектәр хаҡында бара, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Быйыл, ужым культураларын ҡабаттан сәсеүҙе иҫпкә алмайынса, бөтәһе 2,065 миллион гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәрен башҡарыу бурысы тора.

Сәсеү майҙандары структураһына ярашлы, 31,6 мең гектарҙа, көнбағыштан башҡа, май бирә торған үҫемлектәр үҫтереү күҙаллана. Борай сәсеү майҙандарын — 800 гектарға, бөртөклө, ҡуҙаҡлы культураларҙың иһә 19,1 мең гектарға арттырыу ҡаралған.

Яҙғы культураларҙы (134,2 мең гектарға), шәкәр сөгөлдөрөн (4,1 мең гектарға), ашлыҡҡа кукурузды (5,5 мең гектарға) сәсеү майҙандары кәметелә.

Шулай итеп, быйыл яҙғы культураларҙы 1,353 миллион гектар майҙанда сәсеү ҡаралған. Былтыр иһә 1,468 миллион гектарҙа сәселгән. Шәкәр сөгөлдөрө өсөн 48,7 мең гектар, көнбағышҡа — 216,2 мең гектар, мал аҙығы культураларына 858,8 мең гектар бүлеү күҙаллана, тип белдерҙеләр аграр ведомствола.

Похожие материалы:
Фотографии
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2018 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter