Республикала 8 меңдән ашыу бала бушлай канцелярия тауарҙары алды | Новости Башкортостана

Республикала 8 меңдән ашыу бала бушлай канцелярия тауарҙары алды

18.04.2018 в 18:07 \\ Общество \\ 298
  • Первый рисунок

Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар йыл һайын бушлай мәктәп кәрәк-яраҡтары ала. Парламентарийҙар ғаиләләрҙең бындай хоҡуғын ҡануни яҡтан нығытырға ҡарар итте.

«Республикала әлеге ярҙам сараһы тәүге йыл ғына күрһәтелмәй, – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Ләкин ул ҡануни яҡтан нығытылмағайны. Һуңғы өс йылда мәктәп кәрәк-яраҡтары республика хөкүмәте бойороҡтары нигеҙендә бүленде. Былтыр 8 меңдән ашыу ғаилә 19 миллион һумдан күберәк суммаға ошондай тауар алды. Беҙ әлеге категорияға ҡараған балаларҙың бушлай мәктәп кәрәк-яраҡтарына хоҡуғын ҡануни нығытыуҙы дөрөҫ тип иҫәпләйбеҙ. Ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһында аҡса һалынған да инде».

25 апрелдәге ултырыштың көн тәртибенә индерелгән бер юлы ике закон проекты ишле аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге беренсе класс уҡыусыларына мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйылмаһын бушлай биреүҙе ҡануни яҡтан нығытыуға йүнәлтелгән. Улар – «Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» һәм «Урындағы үҙидара органдарына Башҡортостан Республикаһының айырым дәүләт вәкәләттәрен тапшырыу тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында».

Похожие материалы:
Фотографии
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2018 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter